Радий Хәбиров башҡорт балының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды31.10.2018
Конгресс-холда уҙған Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналған сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл хужалығы предприятиелары һәм етештереүселәренең бай күргәҙмәһе менән танышты.

Радий Фәрит улы Башҡорт апитератия үҙәге етештергән продукцияларҙы ҡараған саҡта Красноярск өлкәһендә башҡорт балына ни өсөн насар баһа биреүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Үҙәк директоры Әмир Ишемғолов Башҡортостан был өлкәгә бер ваҡытта ла бал оҙатмауын һәм шул яла өсөн уларҙы яуапҡа тарттырыуҙы һорап арбитраж судҡа ғариза яҙыуҙарын белдерҙе.


Вернуться назад