Баш ҡалала уҙған Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналған тантаналы сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл хужалығы эшсәндәрен байрам менән тәбрикләне.
– Яңы эш урындары булдырыу, ауыл халҡының килемен арттырыу, тормош шарттарын яҡшыртыу төп бурыстарыбыҙ булып тора. Яңыраҡ Урал аръяғы райондарына эш сәфәре менән сыҡҡанда беҙҙе был өлкәлә ни тиклем ҙур эш башҡарыу көткәнен күрҙем. Йәш кешеләр аҡса эшләү өсөн сит өлкәләргә китә. Ауылдарҙың бары 60 проценты – һыу менән, шул сама газ менән тәьмин ителгән. Меңәрләгән йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Ауылдарҙа күп белгестәрҙең үҙ йорто юҡ, шуға ҡарамаҫтан улар үҙ эштәрен намыҫлы башҡара. Был мәсьәләрҙе хәл итәсәкбеҙ, шул иҫәптән “Ауылдарҙы тотороҡло үҫтереү” программаһы ярҙамында федераль сығанаҡтарҙы һәм шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеп. Ауылдарҙа заманса юлдарҙы, яңы спорт комплекстарын, ФАП-тарҙы төҙөүҙе, газ үткәреүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Ғөмүмән, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү өсөн барлыҡ сараларҙы ла күрәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Тантаналы сарала төбәк етәксеһе алдынғы райондарҙың етәкселәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломдарын тапшырҙы. Шулай уҡ быйыл баҫыусылыҡта ал-ял белмәй эшләп, иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән 10 механизаторға “Шевроле Нива” автомомобиле асҡыстарын бүләк итте.