Ауылдарҙың йәшәү шарттары тикшерелде31.10.2018
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов етәкселегендәге комиссия Башҡортостан Башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы төбәктең көньяҡ-көнсығыш райондарындағы юлдарҙы һәм социаль объекттарҙы тикшерҙе.

Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, әле тау-байыҡтырыу комбинаттарының ауыр йөк машиналары ҡасаба-ара юлдарға ҙур зыян килтерә, шуға күрә уларҙы тәртипкә килтереү буйынса бөтә яуаплылыҡ предприятиеларға йөкмәтеләсәк.

Әбйәлил районында ауылдарға газ үткәреү йәһәтенән беренсе урында Рәхмәт мәктәбе ҡаҙанлығы тора. Унда әле булһа күмер яғалар. Киләһе йылдан ҡаҙанлыҡ газ менән йылытыуға күсәсәк. Район үҙәге Асҡарҙа иһә 825 урынлыҡ яңы мәктәптең проекты эшләнгән. Баймаҡ районында белем усаҡтары, башҡа социаль объекттар төҙөү проекттарынан тыш, Рәйеф Әбдрәхимов тәбиғи таш сығарған һәм эшкәрткән “Златолит+” йәмғиәте эше менән танышты.

– Сеймалды ҡырағайҙарса сығарыуға түгел, ә заманса эшкәртеүгә иғтибарҙы туплау шарт, – тине вице-премьер вазифаһын башҡарыусы. – Шул саҡта өҫтәмә табыш та, яңы эшселәр ҙә, урындағы ҡаҙнаға һалым да булыр.

Хәйбулла районында комиссия һыу үткәреү коммуникацияларын тикшерҙе һәм тотош Урал аръяғында коммуникациялар төҙөү һәм реконструкциялау буйынса юл картаһын эшләй башланы.




Вернуться назад