Бүләк эшкә дәрт өҫтәй31.10.2018
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамы айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 45 хеҙмәт батырына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Улар араһында Көйөргәҙе районының "Искра" ауыл хужалығы етештереү кооперативы тракторсыһы Хәйрулла Аҡһаров та бар. Ул "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе менән бүләкләнде.

Хәйрулла Нурулла улы 42 йылдан ашыу ошо хужалыҡта тир түгә. Улы Рәсил дә атаһы юлын дауам итеп, тыуған ауылында шофер булып эшләй.
– Беҙҙең кооператив гөрләп эшләй, буш торған фермалар, сәселмәгән баҫыуҙар юҡ. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында алабыҙ. Шуға ла халыҡтың кәйефе күтәренке. Был бүләк тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә, – тине ул.




Вернуться назад