Сүп-сар ташыу күпмегә төшә?31.10.2018
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сарҙы ситкә ташыған өсөн хеҙмәт хаҡын билдәләне. Киләһе йылдан төбәк операторҙарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сүплеккә сығарыу буйынса эшенә түләү тураһында һүҙ бара.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, Берҙәм төбәк операторы хеҙмәтенә тариф бер кубометр өсөн ,өҫтәмә хаҡҡа һалымды ла иҫәпкә алып, 650,40 һум тәшкил итә. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә айына түләү 140, 92 һумға, шәхси йортта йәшәгәнгә 200, 54 һумға төшә.

Республикала дүрт оператор эшләйәсәк. Уларҙың хеҙмәттәренә хаҡ бер-береһенән айырылыр, моғайын.


Вернуться назад