Ҡыштыр-ҡыштыр килеп мейес тоҡандыраһы юҡ. Өйҙә һәр ваҡыт йылы... Ошондай уңайлыҡтар хаҡында электән хыялланды Ахун халҡы. Күптән түгел ауыл урамына экскаваторҙар килеп, траншеялар ҡаҙа башлағас, улар еңел һулап ҡуйҙы. Ниһайәт!
Йәмле Йүрүҙән буйындағы Ахун – башҡорт сәнғәтенә ҡабатланмаҫ образдары менән яҡты эҙ ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллинды биргән ауыл. Ҡулайлаштырыу тигән заман сире, Аллаға шөкөр, ауылды урап үткән. Фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Мәҙәниәт йортонан, китапхананан кеше өҙөлмәй. Балалар баҡсаһы, төп урта мәктәп шау-гөр килеп тора. Бөгөн ауылда 270 йортта меңдән ашыу кеше йәшәй. Данлыҡлы “Янғантау” шифаханаһы яҡын булғанлыҡтан, күпселек шунда хеҙмәт итә. Эше лә, аҡсаһы ла булған халыҡтың матур итеп донъя көтөргә дәрте ҙур. Шуға ла ауыл көндән-көн үҫә, төҙөкләнә, йәштәр иркен йорттар күтәрә.
Беҙ килгәндә егеттәр эш мәлендә ине. Экскаваторсы Мәсғүт Хәлфәтов траншея ҡаҙа. Күренеп тора: эш еңелдән түгел, ауылдың был тирәһендә яҫмаҡ таштар күп. Иретеп йәбештереүсе Раил Шакиров, слесарҙар Максим Аҫылбаев, Айрат Аҙнабаев үҙ бурыстарын белеп башҡара. Егеттәр киләһе йылға ауыл халҡын ҡыуандырырға ниәтләй. Уларға бөтәһе 17,2 километр оҙонлоҡта газ торбалары һуҙыу бурысы тора. Төҙөлөш объектының смета хаҡы 46 миллион һум тәшкил итә. Эште “Газтехнострой” йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы алып бара.
Иртәнән кискә ҡәҙәр тынмаған трактор тауышы, артынан уҡ һуҙылған торбалар ауыл халҡының күптәнге өмөтөн яҡынлаштыра. Берәүҙәр, түҙмәй, егеттәрҙең эше менән ҡыҙыҡһына, хәлен белешә. Беҙ һөйләшеп торғанда яныбыҙға бер ағай килде. Оҙаҡ йылдар Ахун урта мәктәбендә белем биргән мәғариф ветераны Рауил Саматов ине ул.
– Был көндө күптән көттөк, – тине шатлығы йөҙөнә сыҡҡан уҙаман. – Күрше генә ултырған Сулпан, Мәсетле ауылдары халҡы хәҙер шаҡтай йылдар газ яғыулығының рәхәтен күрә. Уларға барһаң, көнләшеп, ауылдаштарымды йәлләп ҡуя инем. Бығаса эшләгән хакимиәт башлыҡтары, һайлаған депутаттар вәғәҙә менән ышандырыуҙан ары китмәне. Районыбыҙ дилбегәһен ҡулына алған Марс Кашапов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Бикбаевҡа рәхмәт инде, беҙҙең үтенескә ҡолаҡ һалып, оҙаҡҡа һуҙмай эште башлап та ебәрҙеләр.
Бөгөн ауыл халҡы шатлана-шатлана документтар әҙерләй, проекттар хәстәрләй. Уларҙың ҡыуанысына беҙ ҙә ҡыуандыҡ.