Ололарҙы маҡтайҙар, йәштәрҙе лә көтәләр31.10.2018
“Иҙел”дә уңғандарҙы баһалай беләләр.

Ауыл эшсәндәре өсөн малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә ял юҡ. Әле генә улар баҫыуҙарҙан мул уңыш йыйып алып, ашлыҡты келәттәргә һаҡлауға һалып, бөгөн инде мал ҡышлатыу осорона аяҡ баҫты. Малсыларҙың эш кәйефе күтәренке, сөнки яуаплы миҙгелгә ныҡлы әҙерлек менән килделәр. Ихаталарға бесән-һаламы ҡайтарылып, эҫкерттәргә һалынған, силос соҡорҙары ла тулы, тимәк, мал алдына һалырлыҡ аҙыҡ етерлек буласаҡ.

Районда алдынғыларҙан һа­налған “Иҙел” агрофирма­һында ике меңгә яҡын һыйыр малы аҫрала, шуның 400-гә яҡыны — һауын һыйыры. Хужалыҡ тоҡомло таналар үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә йәмғиәт тағы ла йәш таналар һатып алыуға килешеү төҙөгән. Көтөү йыл һайын тоҡомло таналар менән тулыланғас, бында һөт һатыуҙан һәйбәт табыш алалар. Дүрт тоннаға яҡын юғары сортлы аҡты көн һайын Өфө һөт комбинатына оҙаталар. Уны һатыуҙан килгән аҡса, нигеҙҙә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Бынан тыш, үгеҙҙәрҙе махсус ялан кәртәләрҙә тотоп, уларҙы һимертеп, ит һатыуҙы ла юлға һалғандар. Тағы ла 100-гә яҡын йылҡы ла аҫрала бында.

Һөтсөлөк фермалары заманса, ҡеүәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр урын­лаштырылған. Ҡеүәтле һыуыт­ҡыс­тар ҙа бар, был үҙ сиратында яңы һауылған продукцияны әсет­мәйенсә, сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә. Бөгөн малсы­ларҙың хеҙмәте күпкә еңеләйгән, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡул­ланылмай. Етәксе­лек уларҙың хеҙмәтен артабан да еңеләйтеү өҫтөндә уңышлы эшләй.

— Беҙ уңғандарҙы, тырыш­тарҙы баһалай беләбеҙ, шуға ла ҡайһы саҡ йәмғиәт ҡаҙна­һынан күп кенә аҡса сығып китһә лә, борсолмаҫҡа тырышабыҙ, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була, — ти хужалыҡ етәксеһе Илмир Хәниф улы Хәйруллин.

Бында ете ауылдан 60 кеше эш менән мәшғүл. Бушлай ашатыу ҡаралған. “Шөкөр, етәкселек һәр яҡлап иғтибарлы, ярҙам­дарын йыш тоябыҙ, эшкә дәрт-дарман ташып тора”, — ти малсылар.


Әлбиттә, йәштәр хужалыҡта бөгөн аҙ, мәктәпте тамамлағас, күптәре ҙур ҡалаларға юллана. “Ауылды һайлаһындар ине, уңайлы шарттар бар, хеҙмәт хаҡы ла 20 мең һум. Ә ауыл ерендә был — ярайһы ғына табыш”, — ти етәкселек. Йәй-көҙ айҙарында Башҡортостан дәү­ләт аграр университеты студенттары хужалыҡта тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә икән, әле бер нисә йәш кеше ошо йәмғиәткә эшкә килергә әҙерләнә.

Хужалыҡтың дүрт мең гектарға яҡын ере ҡараулы, тәр­биәле. Пай ерҙәрен дә уңышлы файҙаланалар, пайсыларға ва­ҡытында ашлығын, бесән-һа­ламын бүләләр, һалымын да түләйҙәр. Быйыл көҙ баҫыуҙар­ҙан мул уңыш алып ҡыуанған­дар, гектар ҡеүәте 30-40 центнер тәшкил иткән. 2016 йылда ҡеүәтле “ЗАВ” иген таҙартыу агрегаты төҙөп ултыртҡандар, иген киптергес­тәре лә бар. Әле ауыл эшсәндәре һуңғы кукуруз баҫыуҙарында тир түгә, йәмғиәттә силос һалыу дауам итә. Техниканың төҙөк һәм заманса булыуы эште тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә икән.

Алдынғы малсылар Гүзәл Мәсәлимова, Тәлғәт Нәғимов, Дамил Булатовтың эшенән бөгөн йәмғиәт етәкселеге ҙур ҡәнәғәтләнеү кисерһә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уларҙан үрнәк алырға тырыша. Баҫыуҙарҙан көҙгө муллыҡты йыйып алыуҙа ихлас хеҙмәт өлгөһө күрһәткән ялан батырҙары Нәфис Сөләймәнов, Радик Иҙрисов, Илгиз Рәхмә­туллин, Ринат Исмәғилев, Рим Кәшфул­линдарҙы ла һәр яҡлап маҡтап телгә алдылар.


Вернуться назад