“Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында “Беларусь-1221.3 Tropic” тракторы йыйыла башланы.
Былтыр “МТЗ-82” тракторын үҙебеҙҙә сафҡа индереп тәжрибә туплаған егеттәргә яңы өлгөнө йыйыуы ҡыйын булмаған. Техникаға 110 литрлы өҫтәмә яғыулыҡ һауыты ҡуйылған. Һөҙөмтәлә бөтәһе 250 литр солярка һыя. Был баҫыуҙа тотҡарлыҡһыҙ эшләргә мөмкинлек бирә. Тракторҙың йәнә бер өҫтөнлөгө – уның һыуытҡыс блогы ҙурайтылған. Был иһә ауыр эштәрҙе башҡарғанда ла моторҙың ҡыҙмай эшләүенә булышлыҡ итә.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ сығышында Европа илдәрендә ошондай цехтарҙың электән эшләп килеүен һәм уның файҙалы булыуын билдәләне. “Башсельхозтехника” – Рәсәйҙә “Беларусь-1221.3 Tropic” тракторын йыя башлаған беренсе предприятие. Ул “ДТ-75” һәм “Алтай Т4” тракторҙарын алмаштыра, һатыу хаҡы йәһәтенән дә отошло, сығымдар аҙыраҡ китә. Был техниканы үҙебеҙҙә йыйыу тәҡдиме менән Илеш эшсәндәре сыҡҡан. Тракторҙар хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидия ярҙамында ҡапланасаҡ.
Башҡортостанда йыйылған техника өҫтәмә заманса агрегаттар менән йыһазландырыла. Улар ер эшкәртеү эшендә байтаҡ сығымды кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Илшат Илдус улы киләсәктә лә ауыл эшсәндәренә яңы техника алыуға ярҙам буласағын билдәләне.
– Быйыл был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1,150 миллиард һум аҡса бүленде, – тине ул. – 2019 йылда тағы 800 миллион һум күләмендә субсидия биреү ҡаралған. Былар бөтәһе лә ауыл хужалығы эшсәндәренә техника алыуға киткән сығымды ҡайтарыуға тотоноласаҡ.