Баҫыуҙарҙа уңыштың бөртөгө лә ятып ҡалмаясаҡ31.10.2018
Ауырғазы районының “Урал” эшсәндәре өсөн ҡыш ҡурҡыныс түгел.

Район агросәнәғәт комплексында үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булған “Урал” ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙан көҙгө муллыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алып, мал ҡышлатыу миҙгеленә аяҡ баҫты. Кәйефтәре күтәренке, сөнки йыл бигүк насарҙан булманы, иген культураларының гектар ҡеүәте 20-25 центнер тәшкил итте.

Әле бында шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйыу дауам итә, ялан батырҙары эште ошо көндәрҙә тамамларға иҫәп тота. “Татлы тамыр”ҙы быйыл 300 гектарҙа сәскәндәр, көн һайын 400-500 тонна уңышты Мәләүез шәкәр заводына оҙаталар. Техниканың ҡеүәтле һәм заманса булыуы эште күпкә еңеләйткән, уларҙы ситтән йәлеп итмәгән­дәр, йөк машиналары ла үҙҙәренеке.

— Көндәрҙең ямғырлы булыуы бер аҙ тотҡарлыҡ тыуҙыра. Әммә баҫыуҙарҙа уңыштың бөртөгөн дә ҡалдырмаясаҡбыҙ, тәүлек әйләнәһенә тырышабыҙ, — ти “татлы тамыр” ҡаҙыусылар.


“Урал” төбәктә алдынғылар иҫәбендә, етәкселек етештереүҙе оҫта ойоштора, алдынғы технологияларҙы ҡуллана белеүе менән күптәргә өлгө булып тора, киләсәген алдан күҙаллап эшләргә өйрәнгән.

Бында, игендән тыш, техник культуралар үҫтереүгә лә өҫтөнлөк бирелә. Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш баҫыуҙарынан йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшәләр. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар ҙа, ямғырлы йылға ҡулайлаштырылғандары ла берҙәй сәселә. Техника һатып алыуға, яңыртыуға ла аҡса йәлләмәйҙәр, һуңғы йылдарҙа ғына ошо маҡсатҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Ауыл хужалығында игенселек менән малсылыҡтың айырылғыһыҙ булыуын бында яҡшы аңлайҙар, шуға мал аҫрап, унан күпмелер табыш-килем алыуға ла өлгәшә йәмғиәт етәкселеге. Кооперативта бөгөн 1100 баш һыйыр малы бар, 350-һен һауып, көн һайын өс мең тоннаға яҡын аҡты Бөрө һөт заводына тапшыралар.

— Сифатлы һәм юғары сортлы продук­цияға ихтыяж һәр саҡ ҙур булды, шуға ла уны һатыу буйынса ҡыйынлыҡтар юҡ, — ти йәмғиәт етәксеһе Рәмил Иштуғанов. — Киләсәктә лә ошо талаптарҙы һаҡлап, халыҡты үҙебеҙҙең аҡ менән тәьмин итәсәкбеҙ.


Ҡышҡы осорҙа мал аҙығы наҡыҫ булмаясаҡ, сенаж, силос, бесән-һалам етерлек күләмдә хәстәрләнгән. Һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, һәр береһендә һыуытҡыстар, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Әле бында өс ауылдан 120 кеше эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр ауылды һайлап, ошо хужалыҡта хеҙмәт сынығыуы үтә икән. Улар менән бер рәттән ололар ҙа ихлас эшләй. Белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр бында: Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап килгән йәштәр байтаҡ.

Етәкселек малсылар Альбина Кирәева, Вера Киясова, Лилиә Смаҡова, Рәлиә Сәйфетдинова, Фәнил Ғәҙелшин, Айсыуаҡ Абыҙгилдинды, баҫыуҙа тырышлыҡ күрһәт­кән ялан батырҙары Рәфис Теләүембәтов, Рәфис Ильясов, Петр Киясов, Динир Хәбибуллин, Зиннур Лоҡманов, Филхәт Иҫәнбаев, Василий Баландинды һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алып, “нәҡ улар — йәмғиәт тотҡаһы” тип белдерҙе.


Вернуться назад