Октябрьский ҡалаһында билдәһеҙ йәнлек бер нисә шәхси хужалыҡта тиҫтәләрсә тауыҡтарҙы быуып үлтергән, йөнөн туҙҙырған, әммә итен ашамаған. Хужалар билдәләүенсә, был йәнлектең бикле һарайҙарға нисек ингәне билдәһеҙ, ә бер хужалыҡта ул тимер кәртәне кимереп тишкән.
Урындағы һунарсылар иһә, тауыҡтарҙы көҙән үлтергән, тип фаразлай. Билдәләүҙәренсә, улар бәләкәс кенә тишектән инеп, тауыҡты быуып үлтерә, әммә ҡорбанын кире шул уҡ тишектән һөйрәп сығара алмай. Шуға күрә ул “кәрәкле” тауыҡты тапҡансы, таңға тиклем барыһын да ҡырып бөтөрөүе ихтимал.