Шишмәләр Европаға тәҙрә асты30.10.2018
“Сигма" холдингы составына ингән "Шишмә майэкстракция заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл рапс майын Европаға экспортҡа оҙатты.

Ярты ай эсендә генә предприятие 10 мең тонна рапс орлоғон эшкәртеп, 4 мең тоннаға яҡын май етештерҙе. Компания тарафынан продукцияны Европаға һатыу буйынса контракттар төҙөлгән.

Сит ил заводтарында рапс майынан биодизель яғыулығы етештерәсәктәр. Октябрь башында предприятие көнбағыш орлоҡтарын да эшкәртеүгә тотона. Бөгөн "Сигма" холдингы республикала инвестиция эшмәкәрлегендә төп ролде уйнай. Компания тарафынан Маячный ауылында май экстракция заводка төҙөү буйынса тормошҡа ашырылған инвестиция проекты төбәктә моноҡалалар үҫеше фондына мөһим өлөш индерҙе.


Вернуться назад