Нефтселәр Хөкүмәттән бензинға яңы йылдан хаҡты 4-5 һумға арттырыуҙы һорай.
Эксперттар, хаҡты тотороҡландырыу һөҙөмтәһендә тармаҡ 150 миллиард һумды юғалтты, тип билдәләй. Ил Хөкүмәте иһә бындай тәҡдим менән килешмәй һәм хаҡтың артыуын экспорт пошлиналары ярҙамында туҡтатырға ниәтләй.
Шуға ҡарамаҫтан, көҙ бензинға хаҡ күтәрелеү дауам итте. 2019 йылдың ғинуарынан яғыулыҡҡа акциз һәм өҫтәмә хаҡҡа һалым артасаҡ, нефть тармағында һалым маневры ғәмәлгә инәсәк. Һөҙөмтәлә бензиндың йәнә ҡиммәтләнеүе ихтимал.