Сираттағы “партияң”ды отторманыңмы, игенсе?“Дружба” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәсим Шакиров – төрлө ҡоролоштарҙың ҡырҡа боролоштарына яраҡлашып, игенсе хеҙмәтендә сыныҡҡан, ауыл тормошоноң күп яҡлы проблемаларын һәм мөмкинлектәрен яҡшы баһалай белгән ер хужаһы. Тәүҙәрәк уны үтә етди, йомоҡ, үҙ эсенә бикләнгән етәксе тип күҙаллауыбыҙ дөрөҫкә сыҡманы, аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә алған тура һүҙле, алсаҡ күңелле кеше булып иҫтә ҡалды.
Яңы Урсай халҡы менән аралашҡанда етәксе хаҡында бары йылы һүҙҙәр генә ишеттек: “ауылдаштарҙың тормош хәлен унан да яҡшы аңлап, ярҙам иткән кеше юҡ”, “яҙлы-көҙлө батып-сумып ыҙаланған Дүртөйлө урамына юл һалдырҙы”, “ауыл халҡынан һөт йыйыуҙы ойошторҙо, өс-дүрт һыйыр аҫрап, көн дә ҡырҡар литр һөт тапшырғандар ҙа бар беҙҙә”, “быйыл ауылдың йөҙ йыллығын үткәргәндә бағыусы булды”, “бер байрам да кооператив ҡатнашлығынан башҡа үтмәй” һәм башҡалар.
Хужалыҡҡа 20 йыл буйы етәкселек иткән Рәсим Мәғәриф улы – заманында инженер ҙа, партком секретары ла булып ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, ябай көндәлек эш менән икмәктең нисек табылғанын белеп үҫкән ауыл егете. Өс мең гектарҙағы хужалыҡ ерҙәрендә игенселек, малсылыҡ, һөтсөлөк тармаҡтарын үҫтерергә тырыша бөгөн “Дружба” кооперативы хеҙмәтсәндәре. Быйыл ужым бойҙайы һәм арышынан гектарынан уртаса 30 центнер уңыш алыуға өлгәшелгән. “Борсаҡ культураһына йылы етешмәне, ҡарабойҙай уңышы ла һөйөндөрмәне, – тип көйөнә хужалыҡ етәксеһе. – Ә бына арпанан ярайһы уңыш алдыҡ”.
Билдәле, ауыл хужалығы юғалтыуһыҙ эшләй алмай. Тәбиғәт көйһөҙлөктәренә, көтөлмәгән бәлә-ҡаза, финанс торошона ҡарап, халыҡ әйтмешләй, “бер йылда бүҙәнә, икенсеһендә тартай һимерә”. Кооперативтар эшмәкәрлегендә производство хәүефе һәр саҡ бар. Шуға күрә хужалыҡ һәм уның ағзаларының мәнфәғәттәрен һаҡларлыҡ, етештереү, финанс өлкәһенә зыян иткән, артҡа һөйрәгән сәбәптәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй рәйес. “Ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында”ғы законға ярашлы, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу буйынса граждандар тарафынан ойошторолған берлектәге эшмәкәрлек кенә кооператив булып һанала. Өҫтәүенә һәр ағзаның оло хеҙмәткә үҙ өлөшөн индереүе мотлаҡ. Тимәк, ойошманың төп маҡсаты – табыш алыу. “Дружба” кооперативы ағзаларының өмөттәре аҡланғанмы, юҡмы?
– Беҙҙә федераль закон һәм кооперативтың уставы талаптарын үтәгән, пай иғәнәһен индергән, ең һыҙғанып эшләгән 31 ағза иҫәпләнә. Кеше хужалыҡтың һәр уңышлы аҙымында, табышында үҙ өлөшөнөң дә барлығын белеп, шуға ҡыуанып, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өмөтләнеп йәшәй. Элекке замандарҙағы кеүек дөйөм милекте урлау, тәләфләү, һүҙ йөрөтөү, ышанмау кеүек йәмһеҙ күренештәр тамырынан ҡороно. Ни өсөн тигәндә, бөтә уңыш-уңышһыҙлыҡтар, финанс мәсьәләләре, табыш һәр кемгә көҙгөләгеләй асыҡ. Айлыҡ эш хаҡы 16-17 мең һум тәшкил итә. Һәр ағзаның дөйөм табыштан йылына бер тапҡыр 20 процентҡа ҡәҙәр дивиденд алыу мөмкинлеге бар. Табышты нисек файҙаланырға – техника алыуға йүнәлтергәме, әллә иген келәтен ремонтлауғамы, мал тоҡомон яҡшыртыуғамы – барыһын да дөйөм йыйылышта хәл итәбеҙ, – ти рәйес.
– Малсылыҡ тармағын аяҡҡа баҫтырыу еңел булмағандыр…
– Иҫке фермалар, өҫкә ишелеп төшөрҙәй булып, ныҡ туҙғайны. Эсте бошорорлоҡ хәлдән сығыу юлын “500 ферма” программаһы күрһәтте. Беҙҙең өсөн бик ваҡытлы, мөһим сара булды ул. Авария хәлендәге ике корпусҡа капиталь ремонт яһаныҡ. Субсидия рәүешендә алынған ике миллион һум аҡсаны яңы техникаға тотондоҡ. “Акрос” комбайны алып, балаларса шатланғаныбыҙ хәтерҙә. Дүрт иген келәтенә ремонт үткәрҙек. Һуңғы биш йылда ғына тармаҡ өсөн бик кәрәкле яңы техникаға 12-13 миллион һум тотонолдо.
Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы яйлап арттырып киләбеҙ, хәҙер улар 200 башҡа етте. Бындай малдың дөйөм һаны 600-ҙән ашыу. Һүҙ ҙә юҡ, һөтсөлөк, дөрөҫ ойоштора белгәндә, табышлы, файҙалы тармаҡ. Көн һайын ике тонна һөттө заводҡа тапшырабыҙ (бер литры – 16-17 һум).
Ошоғаса башҡа предприятие менән килешеү нигеҙендә эшләп килдек, әммә партнерҙарҙың һүҙендә тормай, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, ваҡытында иҫәпләшмәү эшебеҙҙе тотҡарланы. Дүрт ай буйы халыҡҡа хеҙмәт хаҡы бирмәй, һалым түләмәй йәшәп булмай бит. Татарстандың сос, йылғыр эшҡыуарҙарына рәхмәт, үҙҙәре килеп, һөттөң бер литрын 20 һум менән алып, ваҡытында иҫәпләшеп, беҙҙе хәүефтән ҡотҡарҙы.
– Продукцияғыҙҙы ваҡытында һатып, теүәл иҫәп-хисап эшләгәндә, кредитһыҙ ҙа йәшәй алыр инегеҙме?
– Шуға ынтылабыҙ ҙа. Кооператив эшмәкәрлеге күп яҡлы бит. Яңыраҡ үҫтергән утыҙ баш үгеҙҙе Удмуртия Республикаһынан килеп алдылар. Тереләй ауырлығы 550 кг тәшкил иткән малҡайҙарҙан ике миллион һумлыҡ табыш алынды. Мал-тыуар һанын арттырырға ла булыр ине, әммә көтөүлектәрҙең етешмәүе ҡамасаулай. Шунлыҡтан йылҡыларҙы ла ике тапҡырға тиерлек кәметергә тура килде.
Ауыл хужалығы предприятиелары булған ерҙә тормош йәнлерәк, халыҡҡа йәшәүе күңеллерәк икәнен күреп тораһығыҙҙыр. Кемгә һалам, бесән кәрәк – рәхим ит. Арзан хаҡҡа фураж да бар. Ауыл хакимиәте ойошторған социаль-мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ.
Кооператив иҫәбенә миллион һумдар еңел генә килеп ята тип уйламағыҙ. Сығымдар ҙа, ямайһы “тишек-тошоҡ”тар ҙа ярайһы. Айлыҡ эш хаҡын түләүгә – 1 миллион һум, һалымға – 400 мең, яғыулыҡҡа уңыш йыйыу осоронда ғына 2 миллион һум аҡса тотонолдо. Кредиттар ҙа бар. Зарланғандан түгел, үткән быуаттан ҡалған электр энергияһына бурыстарҙы түләү ҙә беҙҙең кооператив өҫтөндә. Хәҙер инде иркен һуларға була, сумма кәмеп, ярты миллион һум самаһы ғына ҡалды…
Рәсим Мәғәриф улы игенсенең ауыр хеҙмәтен иңгә-иң терәп күтәрешкән ауылдаштарына рәхмәт тойғоһон йәшермәй. Риф Хәбибуллин, Дамир Нәғәйбәков кеүек механизаторҙар, Флүр һәм Фәнис Шәйхуллиндар һымаҡ водителдәр, инженер Радик Әхмәтшин, ферма мөдире Раяз Бәхтиевтай үҙ һөнәре оҫталары, Гөлнар Бәхтиева, Лариса Зарифуллина кеүек егәрле һауыу операторҙары булғанда, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин, тип иҫәпләй кооператив рәйесе. Ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшөү егетлек түгел.
Танылған фекер эйәһенең һүҙҙәре нәҡ Баҡалы уңғандары хаҡында әйтелгән тиерһең: “Беҙ иген иккән ер миңә шахмат таҡтаһындай тойола. Сираттағы “партия”ны оттормаҫ өсөн, игенсе үҙенең маҡсат һәм бурыстарын аныҡ шарттарға ҡарап, теүәл үлсәргә тейеш”.
– Ә һеҙ, Рәсим Мәғәриф улы, отолмау өсөн иртәгәһе көнгә ниндәй бурыстар ҡуйҙығыҙ?
– Хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлек күреү гелән алғы планда. Комбайнермы, тракторсымы ул, һәр кем уңайлы шарттарҙа, сәләмәтлегенә зарар килтермәй эшләргә тейеш. Кооператив базаһын заманға ярашлы ҡеүәтле техника менән нығытыу уйы тынғылыҡ бирмәй. Мул ғына табышҡа юлығылһа, моғайын, уйлап та тормай, тағы бер “Акрос” комбайны алыр инем…