Радий Хәбиров тәбиғи таш эшкәртеүҙе туҡтатып торорға ҡушты29.10.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктә тәбиғи таш эшкәртеү эшен туҡтатып торорға һәм төҙөлөш материалдары сығарыу менән шөғөлләнгән бөтә предприятиеларҙы тикшерергә ҡушты.

Ошо көндәрҙә республика етәксеһе Баймаҡ районының Темәс ауылы эргәһендәге карьерҙа булғайны. Радий Хәбиров ташты рөхсәтһеҙ эшкәртеүҙең киң таралыуын ысын фажиғә тип атаны. Баймаҡ районында ғына рекультивация эштәрен башҡармайынса таш сығарылған урындар ҡырҡтан ашыу.

– Карьерҙар эшенә ҡаршы түгелмен, әммә барыһы ла заманса башҡарылырға тейеш. Килемдең төп өлөшөнөң район проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелеүе шарт, – тине төбәк етәксеһе. – Сығарылған таш тулыһынса Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Грозныйға оҙатыла. Табыш алмайбыҙ икән, ниңә уны һатабыҙ? Бәлки, эшкәртеүҙән баш тартыу яҡшыраҡтыр? Бюджетҡа беҙ унан иң күбе биш миллион һум алабыҙ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бөтә лицензиялар биреүҙе туҡтатып торорға һәм эштең ғәмәлдәге рөхсәт ҡағыҙҙарына ярашлы башҡарылыуын тикшереүҙе ойошторорға ҡушты.

Мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эш төркөмөнә республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкселек итә. Ваҡиғаларҙы анализлауҙан күренгәнсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәмәлдәренең талап ителеүе ихтимал, сөнки “енәйәти эш һыҙаттары, коррупцион эшмәкәрлек күренештәре сағылғандай”.

Радий Хәбиров яҡын арала тағы ла ағас сығарыуға һәм ҡырағай йәнлектәргә законһыҙ һунар итеүгә иғтибарын йүнәлтергә ниәтләүе хаҡында белдерҙе.





Вернуться назад