Яңауылдар ялан батырҙарын тәбрикләй29.10.2018
Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө алдынан төбәктәрҙә аграрийҙар быйылғы урып-йыйыу эшенә йомғаҡ яһай, мал ҡышлатыу, киләһе уңышҡа әҙерлек кеүек мөһим бурыстарҙы барлай.

Яңауыл районы хеҙмәтсәндәре быйылғы уңыштан ҡәнәғәт: 26 мең гектарға тиң сәсеүлектәрҙән 44688 тонна ашлыҡ (эшкәрткәндән һуңғы күрһәткес) йыйып алынған. Район буйынса уңыш гектарынан 16,8 центнер тәшкил иткән. “Восток”, “Дружба” хужалыҡтарында был күрһәткес – 18,2 центнер. Шулай уҡ хужалыҡтар 4500 тонна йәшелсә, 23 мең тонна картуф үҫтереп алған.

Мал ҡышлатыуға әҙерлек тә ойошҡанлы алып барылған: 13821 тонна бесән, 39436 тонна сенаж, 37800 тонна силос запасы тупланған, йәғни һәр шартлы мал башына ҡарата 34 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.

Киләһе уңышты хәстәрләп, алты мең гектар майҙанға ужым ашлығы сәселгән, 18 мең гектар ер туңға һөрөлгән.

2 ноябрҙә Яңауылда Ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамы айҡанлы тантаналы сара үтә. Унда үҙ эшенең оҫталары, ялан батырҙары тәбрикләнәсәк.



Вернуться назад