Һарыҡсылыҡ - ейәнсуралар өсөн табышлы тармаҡ28.10.2018
Көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәрен төбәк етәксеһе Ейәнсура районында дауам итте. Бында Радий Хәбиров республикала берҙән-бер һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү һәм агросәнәғәт кластеры төҙөү концепцияһына ингән “Маяҡ” ауыл хужалығы кооперативының эшмәкәрлеге менән танышты.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов белдереүенсә, 2012 йылда инвестиция күләме 155, 3 миллион һум тәшкил иткән. Хужалыҡта ун меңгә яҡын "волгоград" тоҡомло һарыҡ үрсетелә. Был һарыҡтарҙың йөнө сифатлы, ите тәмле, үҙҙәре талымһыҙ булыуы менән отошло. Хужалыҡ үҫтерелгән малдан итләтә һәм йөнләтә табыш алыуы менән айырыла. Күптәр һарыҡ йөнөн арзанға ла һата алмағанда, “Маяҡ” продукцияһын сит илдәргә, хатта Ҡытайға уңышлы оҙатыу серен тапҡан.

Ейәнсура аграрийҙары 2020 йылға тиклем һарыҡтар иҫәбен 20 мең башҡа еткереү маҡсатын тота. Күптән райондың брендына әйләнгән Ейәнсура шәленә генә түгел, тиҙҙән төбәктә үрсетелгән һарыҡтарға ла ихтыяж ҙур булмаҡсы.




Вернуться назад