Баймаҡ районы республикала йылҡысылыҡ буйынса алдынғы урынды биләй. Шулай уҡ бында ҡымыҙ етештереү ҙә алға киткән.
Әммә уның миҙгелле кәсеп икәнлеген иҫәпкә алғанда, милли ризыҡты йыл әйләнәһенә һаҡлау һәм ҡулланыу мөмкин түгел. Шуға күрә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында ҡыш буйына рәхәтләнеп эсер өсөн ҡымыҙҙы киптереү сараһын күреү мәсьәләһе күтәрелә килде. Юл буйында миҙгелле һатыу ойоштороу менән генә ҡымыҙҙы милли бренд кимәленә күтәреү мөмкин түгел ине. Ниһайәт, баһадирҙар эсемлеген ысын мәғәнәһендә бар донъяға танытыу маҡсатында Баймаҡта бейә һөтөн киптереү цехы үҙ эшен башланы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәре барышында Баймаҡтағы “Экопродукт” бейә һөтөн киптереү цехында булып, уның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Цехта етештерелгәнгән продукт, йәғни сублимацияланған ҡымыҙ, киләсәктә ҙур ихтыяж менән файҙаланасаҡ, уны спортсылар, космонавтар һәм балалар ҡулланасаҡ.
Әйткәндәй, бейә һөтө үҙенең үҙенсәлеге буйынса әсә һөтөнә тиң. Киптерелгәне ғәҙәти ҡымыҙҙан бер ни менән дә айырылмай, киреһенсә, файҙалы компаненттарын оҙағыраҡ һаҡлау үҙенсәлегенә эйә.
Әле цехта бөтәһе 12 кеше эшләй, артабан уны киңәйтеү буйынса эш алып барыла.