Өс миллиард бурыс ҡайтарылған28.10.2018
Өс миллиард бурыс ҡайтарылғанБыйыл туғыҙ айҙа республика суд приставтары-башҡарыусылары бурыслыларҙан бюджет файҙаһына өс миллиард һум аҡса тартып алған, уның 800 миллион һумы – республика бюджеты файҙаһына.

Бынан тыш, суд приставтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төрлө формалағы предприятиеларҙың эшселәренә – 162 миллион һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы, бәлиғ булмағандар файҙаһына 175 миллион һум аҡса ҡайтарылған. Йыл аҙағына тиклем был һандар күпкә артасаҡ, тип белдерәләр суд приставтары идаралығында.


Вернуться назад