Аҡсаңды елгә осорма16.05.2012
Аҡсаңды елгә осормаРеспубликала яҙғы сәсеү тамамланып килә. Уның артынса баҫыуҙарҙы гербицид менән эшкәртеү башланасаҡ.
Сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланылған ошондай сараларҙан һуң үҫентеләрҙең үҫеше 7–10 көнгә тотҡарланыуы, уңыштың түбәнәйеүе фәнни яҡтан иҫбатланған. Шулай ҙа игенгә, шәкәр сөгөлдөрөнә, көнбағышҡа гербицидтың зарарлы йоғонтоһон бер аҙ йомшартырға мөмкинме? Әлбиттә. Бының өсөн “БашИнком” предприятиеһы етештергән АВЗ технологияһын файҙаланырға кәңәш ителә. Был технология уңышты арттырыу, гербицид тәьҫиренә ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, сәсеүлекте “саф” гербицидтар менән түгел, ә уларҙың “Гуми”, “Фитоспорин” экологик яҡтан таҙа тәбиғи биопрепараттары ҡушылған ҡанашмалары менән эшкәртеү һөҙөмтәһендә үҫемлектәргә әллә ни зыян килмәй, көстө лә улар йылдамыраҡ туплай.
“Чисталан” гербициды менән эшкәртелгән үҫемлектәрҙә хлорофилл менән аҡһым синтезы 35 процентҡа кәмей. Әүәлге хәлгә ҡайтыу өсөн ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт кәрәк. Япраҡтағы хлорофилл миҡдары — етенсе, ә аҡһымдыҡы унынсы көнгә генә тейешле хәлгә килә. “Гуми” йәки “Фитоспорин-М” ҡушылған гербицид иретмәһе үҫемлеккә зыян килтермәй. Һөҙөмтәлә уңыш та мулыраҡ була.
Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү барышында “Гуми”, “Фитоспорин” һәм “Бионекс Кеми” препараттарын файҙаланыу ҙа юғары һөҙөмтәлелек күрһәтә. Һауа шарттары яҡшы булған осраҡта ошондай саралар ярҙамында 15–20 процентҡа юғарыраҡ уңыш алыу мөмкинлеге бар. АВЗ технологияһын ҡулланыу иҡтисади яҡтан да отошло: бер һумлыҡ сығым иген культураларында 3–10 һумлыҡ, шәкәр сөгөлдөрөндә 10–20 һумлыҡ табыш тәьмин итә.
“БашИнком” предприятиеһының үҫемлектәр физиологияһы лабораторияһында гербицидтарҙың шәкәр сөгөлдөрөнә һәм игенгә ағыулы тәьҫире күләмен асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелде, шулай уҡ ошондай йоғонтоно кәметеү буйынса биопрепараттарҙың һөҙөмтәлелеге лә өйрәнелде. Түбәндәге һүрәттә был асыҡ күренә.
Әйтергә кәрәк: ошондай тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар Башҡортостан баҫыуҙарында ғына үткәрелмәй. Ырымбур өлкәһендә йәшәгән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Владимир Лухменев был мәсьәлә менән тиҫтә йыл самаһы шөғөлләнә. Ырымбурҙағы һәм Ҡаҙағстандағы тикшеренеүҙәр барышында “БашИнком” биопрепараттары ҡушылған гербицид ҡатнашмаһының зарарлы йоғонтоһо ярайһы уҡ кәмеүе асыҡланды.
Ғалим Соль-Илецк районы хужалыҡтарында үткәргән тәжрибәлә “Фитоспорин-М” менән гербицид ҡатнашмаһы ҡулланылғанда яҙғы бойҙай уңышының 18,8–36,4 процентҡа, ә “саф” гербицидтар файҙаланылғанда ни бары 4,2–20,2 процентҡа артыуы күҙәтелгән.
“Фитоспорин-М” менән гербицид ҡатнашмаһы ярҙамында эшкәртелгән бер гектарҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеге 563–2000 һум булһа, гербицидтар ҡулланылғанда был күрһәткес ни бары 31–1039 һум тәшкил иткән. Айырма бармы?
“БашИнком” предприятиеһы етештергән ошондай препараттарҙы бөтә милек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиеларында ҡулланырға мөмкин. Өҫтәүенә улар Башҡортостан Хөкүмәте дотациялаған препараттар исемлегенә индерелгән.
Бөгөн Башҡортостанда барлыҡҡа килгән АВЗ технологияһы Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда һәм БДБ илдәрендә киң танылыу яуланы.
Рәмил ҒИЛМАНОВ,
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.


Вернуться назад