Лизингты үҫтереү тураһындағы законға үҙгәрештәр26.10.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында лизинг эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проектын тикшерҙе. Ошо тема буйынса доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов сығыш яһаны.

Үҙгәрештәр республика биләмәһендә лизинг эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ҡағыла. Был сара ҡаҙнанан субсидияланған ит тоҡомло һыйыр малдарын үрсетеүгә булышлыҡ итәсәк. Тағы ла был өҫтәмә ит тоҡомло малдар һатып алыуға ауыл етештереүселәренең сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.



Вернуться назад