Быйылғы йылдың һигеҙ айында республиканың Күмертау ҡалаһында һәм Дыуан районында ғына поликлиникалар сафҡа ингән. Былтырғы осор күрһәткесе менән сағыштырғанда, был 40 процентты тәшкил итә.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәре буйынса, мәктәптәр төҙөү күләме лә ике тапҡырға кәмегән. Ә бына балалар баҡсаларын һалыу 6,3 процентҡа артҡан. Иң ҙур үҫеш – клуб кеүек мәҙәниәт усаҡтарын төҙөүҙә (2,3 тапҡыр).
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә Башҡортостан мәҙәниәт йорттарын сафҡа индереүҙә – икенсе, мәктәптәр буйынса – бишенсе, балалар баҡсалары буйынса – етенсе, поликлиникалар буйынса һигеҙенсе урынды биләй.