Республикала аграр тармаҡ ғалимдарының һәм ауыл хужалығы техникаһы етештереүселәренең берлектәге проекты тормошҡа ашырыла.
Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған предприятиела МТЗ тракторҙарын йыйыу башлана. Уға Башҡортостан дәүләт аграр университеты белгестәре уйлап тапҡан ҡоролмалар ҡуйыласаҡ.
Тракторҙарҙы республика биләмәһендә йыйыу уларҙың хаҡын, шулай уҡ ер эштәрен үткәреүгә киткән сығымдарҙы һиҙелерлек кәметәсәк. Мәҫәлән, сит ил техникаһын һатып алыу миллион һумдан ашыуға төшөр ине, ә үҙебеҙҙеке ун тапҡырға осһоҙораҡ.