“Фермер мәктәбе” саҡыра26.10.2018
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы республика Йәш депутаттар ассоциацияһы менән берлектә “Фермер мәктәбе” проектының икенсе ағымында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда бизнесты планлаштырыу алымдары өйрәтеләсәк, маркетинг һәм сауҙа итеү тренингтары, проект эшмәкәрлеге һәм инвесторҙар менән эш итеү курсы үткәреләсәк.

Проект яңы эш башлаған һәм күптән ошо шөғөл менән мауыҡҡан фермерҙарға ауыл хужалығын ойоштороуға һәм алып барыуға яңыса ҡараш ташлау мөмкинлеген бирәсәк. “Фермер мәктәбе”ндә быйыл яҙ утыҙ кеше уҡыны.

Проектта ҡатнашырға теләге булған­дарға 15 ноябргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Конкурсҡа бизнес проектын йәки бизнес идеяһын тәҡдим итеү, комиссия алдында һынау тотоу шарт.

“Фермер мәктәбе”ндә уҡыу 26 ноябрҙә башлана. Республика власть органдары етәкселәре, бизнес-тренерҙар һәм консультанттар, агробизнес практиктары тыңлаусылар алдында лекция уҡыясаҡ.


Вернуться назад