Эшкә түләү арта26.10.2018
Рәсәй халҡының эш хаҡы әлегәсә күрелмәгән йылдамлыҡ менән үҫә, ти Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин. Бер йыл эсендә хеҙмәт хаҡы 11 процентҡа тиерлек артҡан.

Максим Топилин билдәләүенсә, быға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы кимәленә еткереү һәм “май” указдарын үтәү йоғонто яһаған. Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми күҙаллауҙарына ҡарағанда, киләһе йыл эш хаҡы — 1,4, 2020 йылда — 1,9, 2021 йылда иһә 2,5 процентҡа тиклем үҫәсәк.

Быйыл августа Башҡортостанда хеҙ­мәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең уртаса эш хаҡы 33028 һумдан артып киткән. Был 2017 йылдың авгусы менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк. Төбәктә кокс һәм нефть продукттары етештереү менән шөғөлләнгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы юғары — уртаса 77441 һум.

Быйыл һигеҙ ай эсендә республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 32227 һум тәшкил иткән, былтырғы ғинуар – август менән сағыштырғанда, был 9,5 процентҡа күберәк.




Вернуться назад