Көндөҙ – бер хаҡ...26.10.2018
Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тәүлек эсендә юл йөрөүгә тарифтарҙы көйләргә тәҡдим итә. Йәмәғәт транспортында юл хаҡы көндөҙ арзаныраҡ, кис, эштән ҡайтҡан ваҡытта ҡиммәтерәк булыуы ихтимал.

Тарифтарҙың аныҡ күрһәткестәре әлегә билдәләнмәгән. Эксперттар фекеренсә, көндөҙ тарифтарҙы түбәнәйтеү ҙур иҡти­сади һөҙөмтәгә килтерәсәк. Ул пенсионер­ҙарға, хужабикәләргә, һығылмалы график буйынса эшләгәндәргә аҡсаны экономиялау, ә ҡала власына көндөҙ яртылаш буш транспорт проблемаһын хәл итеп, иртән һәм кис уны бер аҙ “бушатыу” мөмкинлеген бирәсәк.

Тәҡдим Хөкүмәткә еткереләсәк. Әгәр ул башланғысты хуплаһа, төбәк һәм муниципаль власть 2019 – 2025 йылдарҙа уны тормошҡа ашырасаҡ.



Вернуться назад