Электрон сертификат бирелә26.10.2018
Республикала 28 ғаиләгә әсәлек капиталы сертификаты электрон төрҙә тапшырылды. Хәҙер Пенсия фонды сайтында һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталында граждандың шәхси кабинеты аша сертификат алыуға йәки әсәлек капиталын файҙаланыуға ғариза биреү менән бер рәттән сертификатты электрон формала алыу мөмкинлеге бар.

Бындай сертификаттың төп өҫтөнлөгө шунда: уны алыу өсөн ҡайтанан мөрәжәғәт итеүҙең кәрәге юҡ. Пенсия фонды әсәлек капиталын биреү тураһында ыңғай ҡарар сығарыу менән ул туранан-тура ғариза яҙыусының шәхси кабинетына ебәрелә. Мәғлүмәттәрҙе экранда күрергә йәки ҡағыҙға баҫтырырға мөмкин.

Киләһе йыл капиталдың күләме үҙгәрмәйәсәк, ул 453 мең һум күләмендә ҡаласаҡ. 2020 йылда 470 мең һумға, 2021 йылда иһә 489 мең һумға етәсәк. 2019 йылда капиталға 325,6 миллиард һум, киләһе ике йылда 337 һәм 347,5 миллиард һум аҡса бүлеү күҙаллана.



Вернуться назад