Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар республикала ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһындағы законға төҙәтмәләр индерҙе.
Законға ярашлы, Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле киләһе йылдың 1 ғинуарынан 8 645 һумға етәсәк. Был әлеге йәшәү минимумынан 3,9 процентҡа юғарыраҡ.