Тиҙҙән Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла индустриаль парктар селтәрен ойоштороу күҙаллана. Баш ҡалала “ПромҮҙәк” индустриаль паркында яңы бинаны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо турала белдерҙе.
— Эштең бөтә нескәлектәрен һөйләп тормайым, әле ул башланыу стадияһында, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры. Индустриаль парктар төҙөү буйынса тотош программа тормошҡа ашырыласаҡ. Бында, Өфө районында, өр-яңы иҡтисади зона барлыҡҡа киләсәк.
Премьер-министр әйтеүенсә, быйыл Ҡытай партнерҙары менән килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
— Ҡытайға сәфәр барышында беҙгә был эштең нисек башҡарылыуын күрһәттеләр. Улар менән берлектә эш итербеҙ, моғайын. Парктарға килгәндә, Өфөнән сыҡҡан ерҙә тағы ла бер индустриаль парк асырға кәрәк, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.