Таможня хеҙмәте ябай, уңайлы, һөҙөмтәле булырға тейеш25.10.2018
Башҡортостандың таможня хеҙмәте статусын үҙгәртте: ул хәҙер, Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәк таможнялары кеүек, фактик контроль менән шөғөлләнәсәк.

– Таможня органдары яңы эш алымына күсте. 2020 йылға тиклем илебеҙҙә 16 электрон таможня булдырыу күҙаллана. Эшмәкәрлектең яңы этабын Волга буйындағы идаралыҡ башлап ебәрҙе. Барлыҡ декларациялар электрон вариантта Түбәнге Новгородҡа ебәрелә. Ә төбәктәрҙәге таможнялар фактик контроль менән шөғөлләнәсәк, – тип белдерҙе “Башинформ”да үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан таможняһы етәксеһе Марат Сафиуллин.

Башланғыстың маҡсаты – таможня операцияларын ябайлаштырыу һәм тиҙләтеү, сауҙа күләменең үҫешенә булышлыҡ итеү. “Бер һүҙ менән әйткәндә, таможня эшҡыуарлыҡ өсөн ябай, уңайлы, ә дәүләт һәм ҡулланыусылар өсөн һөҙөмтәле, хәүефһеҙ булырға тейеш”, – тине тармаҡ белгестәре.


Вернуться назад