24 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә синагогалы Йәһүд-милли мәҙәни үҙәгендә булды. Үҙәк милли мәғарифты, йәһүд мәҙәниәтен һәм йолаларын үҫтереү буйынса эш алып бара.
Республика етәксеһе йәһүд доға ҡылыу йортон ҡарап сыҡты. Унда Радий Хәбировҡа өр-яңы Тораны күрһәттеләр. Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский әйтеүенсә, яңы Тора йыл дауамында уҡыла, унан һуң яңы цикл башлана.
Радий Хәбиров үҙәктә урынлашҡан “Ор Авнер” мәктәбе кластарында булды, “Бейт Борух” балалар баҡсаһында нисек шөғөлләнгәндәрен ҡараны. Әйткәндәй, бында төрлө милләт балалары йөрөй. Мәктәптәге һәр класта унар кеше уҡый. Инглиз, башҡорт, йәһүд һәм рус телдәрен өйрәнәләр. Балалар баҡсаһында 15 кешенән торған дүрт төркөм ойошторолған.
Артабан республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы үҙәктәге бассейндың эше менән танышты. Йөҙөү буйынса күнекмәләргә инвалид балалар ҙа йөрөй. Тренер етәкселегендә улар ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Төбәк етәксеһе ошондай балаларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Улар Радий Хәбировтан ярҙам һораны. Был көндө республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы “Хэсэд Давид” хәйриә ашханаһында булды, йәһүд общинаһы вәкилдәре менән аралашты. Баш раввин ата-әсәләр өсөн йорт-пансионат, церебраль фалиждан яфаланған балалар өсөн үҙәк төҙөү буйынса пландары менән уртаҡлашты.