Май заводының үҫеше халыҡҡа табыш мөмкинлеген киңәйтә.Ауыл иҡтисадын үҫтереүгә республиканың ғына түгел, райондарҙың да урындағы программалары тос өлөш индерә. Йүнсел хужалар тәү сиратта ошо тармаҡҡа иғтибар бүлеп, халыҡтың эшле лә, ашлы ла булыуын хәстәрләй. Мәҫәлән, Тәтешлелә “2015 – 2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм урындағы продукция, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” муниципаль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында белдереүҙәренсә, агросәнәғәт комплексы предприятиеларының финанс йәһәттән тотороҡлолоғон һаҡлау, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, етештереү өлкәһен, баҫыуҙарҙы ҡоролоҡтан, һыу һәм ел эрозияһынан һаҡлау, тармаҡта рентабеллек кимәлен күтәреү һ.б. бурыстарҙы алға ҡуйған программаның ыңғай эш һөҙөмтәһе тәүге йылдарҙа уҡ күренә башлаған.
Әле районда малсылыҡ продукциялары 12 эре, 24 крәҫтиән (фермер) хужалығында етештерелә. Шулай уҡ 26 һөт-тауар, ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малын үрсетеү буйынса тоҡомло – биш, быҙауҙарҙы үҫтереү эше алып барылған 11 ферма бар. Хужалыҡтарҙа алынған иттән, һөттән төрлө продукция етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың табышы ла йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, был йәһәттән Тәтешле май заводы эшмәкәрлеген миҫал итеп күрһәтергә мөмкин.
– Күптәр һөттө беҙгә тапшыра. Райондың “Танып”, “Луч”, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативтары, “Рассвет”, “Крупская”, “Урал” йәмғиәттәре һ.б. менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – ти предприятие директоры Ринат Мансуров. – Үҙебеҙҙекеләр генә түгел, күрше Яңауыл, Балтас райондарының ҡайһы бер хужалыҡтары ла һөтөн беҙгә тапшыра. Билдәле, йәй айырыуса күп йыйыла, көнөнә 35 тоннаға етә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн биш урында ҡабул итеү пункты эшләй. Айырым кешеләрҙән һөттөң литрын 16 һум менән алабыҙ.
Етәксе әйтеүенсә, май заводы үҙ продукцияһы менән урындағы социаль учреждениеларҙы – дауаханаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын – тәьмин итә. Был алым, әлбиттә, ике яҡ өсөн дә отошло.
– Шул уҡ ваҡытта һөттө, ҡаптарға тултырып, Яңауылға, Балтасҡа, Нефтекамаға, Өфөгә ебәрәбеҙ. Сифатҡа дәғүә белдерелгәне юҡ, киреһенсә, хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә генә, – ти директор. – Халыҡ беҙҙә етештерелгән май, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек, кефир аҙыҡтарын ҙур теләк менән ала, һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа көндәлек етештереү күләмен арттырыу ихтыяжы тыуҙы. Тимәк, хужалыҡтарға һәм айырым кешеләргә лә малсылыҡты үҫтереүгә этәргес бар.
Предприятиеның уңышы, һис шикһеҙ, хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығына, намыҫлылығына ла бәйле, ти етәксе. Мәҫәлән, операторҙар Әлфит Шәмсетдинов, Зинира Асҡарова, һөт ташыусы Ранис Хөснийәров һ.б. – үҙ эшенең оҫталары.
– Коллективта һәр кемгә айырым бурыс йөкмәтелгән, һәм барыһы ла тәғәйен урынында ҙур яуаплылыҡ күрһәтә икән, эш алға бара, – ти Ринат Усман улы. – Бер-береңә ышаныу, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙеңә талапсан булыу мөһим. Беҙҙең предприятиела ҡырҡтан ашыу кеше. Һәр береһе үҙ бурысын теүәл атҡарғанлыҡтан, завод механизмы сәғәт кеүек эшләп тора. Йәштәрҙең заманса ғилеменә, өлкәндәрҙең тәжрибәһенә берҙәй таянабыҙ.
Район буйынса дөйөм күрһәткестәргә килгәндә, быйылғы туғыҙ айҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме 1799 миллион һум тәшкил иткән – былтырғыға ҡарағанда күберәк. Аҙыҡ-түлекте һатыуҙан 396,2 миллион һум аҡса килгән. Ошо туғыҙ ай эсендә 30 812 тонна һөт етештерелеп, 23 449 тоннаһы таратылған. Бер һыйырҙан уртаса һауым күләме – 4 120 килограмм. Был күрһәткес тә былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ.
Ыңғай һөҙөмтә, әлбиттә, тармаҡты комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларға бәйле. Шәхси хужалыҡ алып барғандарға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына төрлө программа нигеҙендә ярҙам күрһәтеү, урындарҙа эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, баҫыуҙарҙы, бесәнлектәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү ысулдарын өйрәнеп, тормошҡа ашырыу, тоҡомло малға өҫтөнлөк биреү, ҡышҡа аҙыҡ әҙерләгәндә ғилми йәһәттән үҙләштерелгән заманса алымдарҙы ҡулланыу һәм башҡа саралар тармаҡты яңы талаптарға ярашлы үҫтереү, уның конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу мөмкинлеген бирә. Барыһы ла тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуға, тормош шарттарын яҡшыртыуға, ауылдарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Тәтешлелә тап ошо маҡсаттар алға ҡуйыла ла.