Энәк буйы йәмле, ҡымыҙы тәмле23.10.2018

Рус ҡатыны башҡорт эсемлеге яһай.

– Һылыуҡайым, әйҙә, алға үт.
– Ҡурҡма, бәләкәсем, ҡурҡма.

Мария Породькина һауын бейәләре менән шулай наҙлы, йомшаҡ һөйләшә. “Саҡ ҡына ҡатыраҡ өндәшһәң, йә үрәпсенә башлайҙар, йә һөттәре юғала”, – ти ул.

Көндәр буйы Энәк йылғаһында һыу эсеп, тау һәм яланда үлән утлап, арҡалары эйәр күрмәй иркенлектә сабып үҫкән малҡайҙар бит улар, шуға бигерәк ҡырағай холоҡлолар. Уның ҡарауы, һөттәренең шифаһын тирә-яҡта маҡтап һөйләйҙәр.

– Былтыр күрше ауылдан бер ир Өфөлә йөрәгенә ҡатмарлы операция яһатып ҡайтты. Ул, көн дә машинала килеп, яңы һауылған бейә һөтө эсте. Бер йәйҙә яҡташыбыҙ күҙгә күренеп шәбәйҙе, йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. Көҙ тикшеренергә барғас, анализ һөҙөмтәләре табиптарҙы таң ҡалдырған. Ҡаны шул осорҙа операция яһатҡан кешеләрҙекенән күпкә яҡшыраҡ, таҙараҡ булып сыҡҡан, – тип ҡыуанып һөйләй Мария Николаевна.

Башҡорт милли эсемлеген әҙерләү нескәлектәрен рус ҡатыны Сапыҡ ауылында йәшәгән, хәҙер инде туҡһанға еткән Хөмәйрә Хөсәйенованан өйрәнгән. Инәһенән күргән – тун бескән, тигәндәй, техникумда һөт ризыҡтары технологына уҡып сыҡҡан ҡыҙы Анастасия диплом эшен ҡымыҙ темаһына арнаған, хатта балалар өсөн еләкле ҡымыҙ эсемлеге рецебын уйлап сығарған.

– Эшкә килгәнемдә ашҡаҙаным ауыртып яфалай ине, бейә һөтө, ҡымыҙ эсә башлағас, гастриттың нимә икәнен дә оноттом. Тағы ла холестерин күрһәткесе менеп киткәйне, хәҙер тейешле кимәлгә төштө, – тип сөсө эсемлектең шифаһын маҡтап бөтә алмай ихлас ҡатын.

Ишбирҙеләге йылҡысылыҡ фермаһы “Утар” йәмғиәтенә ҡарай. Уның генераль директоры Азамат Айытҡолов фермаға етәкселек итеү, бейә һауыу, ҡымыҙ бешеү кеүек эштәрҙе тулыһынса Мария Породькинаға ышанып тапшырған. Бигерәк мал йәнле шул үҙе – ана, һауын бейәләренә “Һылыуҡай”, “Муйылҡай”, “Аҡсарлаҡ” кеүек матур ҡушаматтар таҡҡан! 30 баштың береһен дә буш ҡалдырмаған. Наҙлы бейәләр ҙә һауынсыны яҡын күрә – йәй айҙарында көнөнә 100 – 115 литр һөт биреп һөйөндөрә.

180 баш йылҡы малының именлеге, таҙалығы өсөн малсылар Владимир Породькин менән Евгений Суняйкин яуаплы. “Аттарҙы ҡарап йөрөтөргә тағы бер шәп ярҙамсыбыҙ бар”, — тип мут йылмая улар, барыһынан бер баш аша ҡарап торған күк айғырға ымлап.


Вернуться назад