Иғәнә түләгән өсөн компенсация алыу ябайлаштырыла22.10.2018
Вәкәләтле дәүләт власы органына граждандан капиталь ремонтҡа айлыҡ иғәнә түләүҙе раҫлаған документты талап итеүҙе тыйған закон проекты адреслы ярҙам алымдарын файҙаланыуҙы ябайлаштырасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы тарафынан тәҡдим ителгән был закон проекты парламенттың түбәнге палатаһы тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Рәсәй Торлаҡ кодексына тәҡдим ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, граждан бурысы булыу-булмау тураһындағы мәғлүмәт биреүҙән азат ителә. Был яуаплылыҡ хужалыҡ иткән субъектҡа йөкмәтелә.

– Закон проекты капиталь ремонтҡа иғәнә түләгән өсөн компенсация алыу тәртибен ябайлаштыра. Әлеге документты ҡабул итеп, беҙ ошо мәсьәләләге бюрократик кәртәләрҙе емерәбеҙ, төрлө адреслы ярҙам алғанда кешеләр юлыҡҡан проблемаларҙы кәметәбеҙ, – тине Дәүләт Думаһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Сидякин.


Вернуться назад