БМК-ла мөһим стан ремонтланды20.10.2018
“Белорет металлургия комбинаты” йәмғиәте төп цехтарының береһенә – 150-се прокат станына – капитал ремонтты тамамланы. Был маҡсатҡа 70 миллион һум аҡса тотонолған.

Прокат станында йылына 630 мең тоннаға тиклем катанка (сым өсөн әҙерлек) етештерелә. Унда ҡоростоң 100 маркаһынан катанка әҙерләнә, улар, комбинаттың ҡорос сым цехтарынан тыш, “Мечел” төркөмөнә ҡараған башҡа предприятиеларға ла оҙатыла. Шуға ла прокат цехын ремонтлау предприятиеның киләсәктә тотороҡло эшләүенә лә булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад