Һуңғы көндәрҙә яуған шифалы ямғырҙар, әйтерһең, Әбйәлил баҫыуҙарына Йәншишмәнең тере һыуын һипте: игенселәр һәр ҡәҙерле минутты файҙаланып ҡалырға тырыша, дымлы ергә орлоҡ һала.
— Райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла яҙғы сәсеү ойошҡан бара, — ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов.
Республика Хөкүмәте хәстәрлеге менән һәр йылдағыса районға льготалы хаҡҡа яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарылған, хужалыҡтар үҙ иҫәбенә минераль ашлама һатып алған.
Ғәлим Солтанов һәм райондың баш агрономы Арсен Илһамов менән “Заветы” ауыл хужалығы кооперативына юл алдыҡ. Баҫыуҙа беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Ғамир
Ғәлләмов, баш агроном Рим Ҡолмөхәмәтов ҡаршы алды.
Бында яҙғы сәсеүгә дүрт агрегат йәлеп ителгән. Игенселәр таңдан ҡояш байығансы баҫыуҙа тир түгә. Улар көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Тәүге тапҡыр сәсеүҙә ҡатнашҡан йәштәр Замир Шәһивәлиев менән Ғәфүр Абдрахманов та ололарҙан ҡалышмай, һынатмаҫҡа тырыша.
— Быйыл икмәк бигерәк тә тәмле булыр инде, үҙебеҙҙең әсе тиребеҙ тамғас, — тип шаярта егеттәр.
Ә бына утыҙ йылға яҡын механизатор һөнәренә тоғро ҡалған Рәмил Насирйәновтың йөҙө етди.
— Көндәр яҡшы торғанда, ерҙә дым барҙа, тиҙерәк сәсеп бөтөргә кәрәк, — тип ашҡына ул.
Оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән Дамир Шәһивәлиев менән Валерий Конюхов та иртәнән кискәсә тынғы белмәй.
Агроном Рим Ҡолмөхәмәтовтың әйтеүенсә, быйыл хужалыҡ 2 мең гектарҙа иген культураһы, 160 гектарҙа ҡарабойҙай сәсеүҙе планлаштыра. Мал аҙығынан бер һәм күп йыллыҡ үләндәргә иғтибар бүленәсәк.
Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәрен оҙаҡҡа һуҙмай атҡарып сығыу өсөн районда барлыҡ шарттар булдырылған. Игенселәр әйтмешләй, йыл ғына уңай килһен.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.