Төркиәнең Мугла провинцияһында умартасылыҡ һәм ҡарағай балы буйынса VI Халыҡ-ара конгресс тамамланды. Рәсәйҙән унда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ҡатнашты.
Үҙәктең генераль директоры Әмир Ишемғолов сарала 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се “Апимондия” Халыҡ-ара умартасылар конгресына әҙерлек, республикала тейешле инфраструктура ойоштороу хаҡында һөйләне.
Конгресс барышында “түңәрәк өҫтәл”дәр, фәнни-ғәмәли конференциялар, эшлекле сессиялар үтте. Уларҙа бал етештереү һәм һатыу, экологияның бал ҡорттарына йоғонтоһо, ауыл хужалығын үҫтереүҙә умартасылыҡтың әһәмиәте хаҡында һүҙ барҙы.
Сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан конгрестың иң юғары наградаһына – Гран-приға лайыҡ булды.