Аҡсаны – смартфон аша18.10.2018
Ҡайһы бер банктар хеҙмәтләндереүҙә яңы технологиялар индерә башланы. Аҡсаға бәйле операциялар башҡарғанда банкоматҡа карта ҡуйыу кәрәкмәй, ә смартфоныңды терминалға яҡын килтереү ҙә етә. Аҡсаны бер иҫәптән икенсеһенә күсереүҙе, түләүҙәрҙе, ҡулаҡса алыу һәм индереүҙе Apple Pay, Samsung Pay, Android Pay контактһыҙ түләү системалары аша башҡарырға була.

Рәсәйҙә әле бындай банкоматтар күп түгел. Алдағы ике-өс йыл эсендә 200 мең тирәһе аппараттың барыһы ла ошондай алымды индерәсәк тип күҙаллана.


Вернуться назад