Өлөшсөләрҙең аҡсаһын йәлеп итеү тыйыла18.10.2018
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты “Росреестр”ҙың республика идаралығына 26 төҙөлөш ойошмаһының күп фатирлы йорт һалғанда өлөшсөләрҙең аҡсаһын йәлеп итеүгә хоҡуғы булмауы тураһында белдереү ебәрҙе.

Ведомствола хәлгә түбәндәгесә аңлатма бирҙеләр: төҙөүселәр 1 сентябргә тиклем вәкәләтле банктарҙа төҙөлөшкә рөхсәт биргән махсус иҫәп асмаған. Ошо иҫәптең реквизиттары проект декларацияһында, “наш.дом.рф” порталындағы Берҙәм мәғлүмәт торлаҡ төҙөлөшө системаһында 1 октябрҙән асылған төҙөүсенең шәхси кабинетында мотлаҡ күрһәтелергә тейеш.

Әле 172 ойошма граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеп төҙөлөш алып бара.


Вернуться назад