Радий Хәбиров “Башнефть” комплексы эшмәкәрлеге менән танышты15.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың төп компанияһы һаналған “Башнефть”тең эшмәкәрлеге менән танышты.

Әле комплекс 23,5 миллион тонна ҡеүәткә эйә булған өс етештереү майҙансығын үҙ эсенә ала. “Башнефть-ӨНЭЗ”, “Башнефть-Новойл”, “Башнефть-Өфөнефтехим” берҙәм технологик сылбырҙа эшләй. “Новоил”да төбәк етәксеһе Рәсәйҙә водород етештереү буйынса иң ҙур ҡулайламаны ҡарап сыҡты. Операторҙар бүлмәһендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, уларҙың ниндәй юғары уҡыу йорттарын тамамлауы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, бөтә белгестәр ҙә Башҡортостанда белем алған.
– Ҡыуаныслы хәл, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Экология йылына ярашлы төҙөлгән биологик таҙартыу ҡоролмалары майҙансығында булды. Улар “Башнефть”, “Өфөоргсинтез” заводтарының, “Черкассы” нефть һурҙырыу станцияһының, Өфөнөң төньяҡ сәнәғәт узелындағы предприятиеларҙың бысраҡ һыуҙарын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән.


Вернуться назад