Төпкөлдә лә тормош ҡайнай.
Ереклегә юлландыҡ. Йылға үҙәненән барғанда иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағы ҡаршы ала. Үрелеп ҡараһаң, кәпәсең төшөп китерлек бейек ҡаялар, тар тарлауыҡтар, ҡая-таштар араһына йәбешеп тиерлек үҫкән һомғол ҡарағайҙар үҙе бер гүзәллек тыуҙыра.
Ҡағыу, Беләүташ ҡаяларын, тау араһынан Еҙемгә килеп ҡушылған Рәүәт, ҡая-таштар араһынан шарлауыҡ булып ағып төшкән Шаршы йылғаһын артта ҡалдырып, Ҡыяюл ҡаяһына яҡынлаштыҡ.
– Хәҙер алыҫ ҡалмай, – тип аңлатма бирә үҙе Ерекле ауылында тыуып үҫкән, был тирәләге һәр ҡая-ташты, ер-һыу атамаһын биш бармағылай белгән Валерий Евгеньевич.
Быға тиклем Ерекле ауылында бер нисә йыл элек төндә генә булғанлыҡтан, был төбәктәге илаһи матурлыҡты һоҡланып ҡарап барам. Ә фотохәбәрсебеҙ Наил Латиповтың редакцияла 29 йыл эшләү дәүерендә ауылға тәүләп аяҡ баҫыуы. Шуға ла икебеҙгә лә хозур тәбиғәт ят булып күренә.
Толпарҙан Ереклегә тиклем Еҙем буйлап 20 километр юл үтеп, ауылға яҡынлаштыҡ. Бына Ерекле ауылы йорттары ла күренде. Ауыл тигәс тә инде, Еҙем йылғаһының уң яҡ ярында – өс, һул ярында дүрт йорт күренә. Уларының да береһе буш тора.
Ауыл Советы депутаты Рим Ваһапов йортона туҡталабыҙ. Иркен ихатаһында ниндәй генә техника юҡ! Ике “ГАЗ-66”, “Т-40”, “ЮМЗ” тракторҙары, уларға төрлө тағылмалар, башҡа төр техника теҙелеп киткән. Тау-урман төбәгендә булыуға ҡарамаҫтан, урамында 6-сы, 12-се маркалы “Жигули” автомобилдәре, бер нисә “УАЗ” машинаһы ултыра. Арыраҡ ялан кәртәлә бер өйөр йылҡы малы бесән кертләтә. Хужа беҙҙе ихласлап, алдан хәбәр итмәй килһәк тә, күптәнге таныштарын осратҡандай, әйҙүкләп өйөнә саҡырҙы.
– Ошо ауылда тыуып үҫтем. Тыуған ауылым, уның тәбиғәте шул тиклем оҡшай. Ҡаратау, Ҡараташ, Аҡбейек, Айыуморон, Әлмәрҙәк, Елмерҙәк, Сыуалташ буйҙарын, Боланторол, Ҡырташ тауҙарын нисек итеп ҡалдырып китмәк кәрәк?!
Тормош иптәшем Әлфиә күрше Белорет районынан. Өс балабыҙ бар. Оло улым менән ҡыҙым Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, яңыраҡ ейәнсәрем тыуҙы. Бәләкәй улыбыҙ Арыҫлан Красноусол башҡорт гимназия-интернатының I класында уҡый. Башлыса мал аҫрап, умарта тотоп ғүмер кисерәбеҙ, – ти Рим Рәмир улы.
Эйе, рәсми рәүештә фермер хужалығы ойоштормаһа ла, уның хужалығы фермерҙарҙыҡын хәтерләтә. Егерме баш йылҡы малы, тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, шуның дүртәүһе — һауын һыйыры, күпләп һарыҡ аҫрайҙар, 25–30 баш умарта тоталар. Әлбиттә, был тиклем хужалыҡты алып барыу өсөн көнө-төнө йүгерергә, тир түгергә тура килә. Йәй көндәрендә Еҙем буйлап ағып төшкән туристар күбәйә. Уларға ауыл хужалығы продукцияһы һатып, байтаҡ ҡына килем алалар.
– Ҡайһы ваҡыт икмәк бешереп өлгөртөп булмай. Мейестә ҡабарып бешкән бер түтәрәмде 100 һумға һатабыҙ, унда ла еткереп булмай. Һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот та үтә, бал һатыу буйынса ла проблема юҡ, – ти хужабикә Әлфиә Миңлебай ҡыҙы.
Эйе, бындағы халыҡ башлыса ошондай ауыл хужалығы продукцияһы һата. Туристар һарыҡ малын тереләй ҙә алып китә. Шуға ла бында күпләп һарыҡ аҫраусылар бар.
Бөгөн Ерекле ауылында 24 кеше иҫәпләнә, шуның 17-һе даими йәшәй. Ауылда электр уты булмағас, бөгөнгө уңайлыҡтар – телевизор, интернет, кеҫә телефоны хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы ла уңайһыҙ. Дөрөҫ, бындағы халыҡтың һәр береһендә кеҫә телефоны, йорттарында телевизор бар.
Генератор ярҙамында кино ҡарай алалар, тау башына менеп булһа ла, кеҫә телефонынан һөйләшәләр. “Еҙем” тәбиғәт паркы сафҡа инһә, кеҫә телефоны бәйләнеше булыр, тип өмөт итә бындағы халыҡ. Юл торошо ла маҡтанырлыҡ түгел. Әммә нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, зарланырға яратмайҙар, тырышып, емертеп донъя көтә бындағы халыҡ.
– Зарланырлығы юҡ, башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән вертолетта ғына оса улар. Толпар ауылында Өфөнән ҡайтып йөрөгән бер “текә” башҡорт ике ҡатлы коттедж һалды, вертолетта ғына килеп-китә. Ереклеләрҙе лә йөрөтә. Ялҡауланмағандарға бында йәшәргә була, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Валерий Локоленко.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, ялҡауланмаһаң, ҡайҙа ла йәшәргә була.