Абруй уртаҡ эштә яулана12.10.2018
“500 ферма” программаһына инеү уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән.

Нуғай яланына аяҡ баҫҡанда механизаторҙар төшкө аштан һуң әле генә баҫыуға төшкәйне. Кемдер урғысты уралған үләндән таҙарта, кукурузды ситкә өйә, икенселәр машина тәҙрәһен һөртә, кабинаны һеперә. Беҙҙе оҙатып йөрөгән “Крупская” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Вәсил Бәҙертдиновтың уларға ҡушылып китеүе тәү ҡарамаҡҡа сәйер тойолдо.

Быны һиҙгәндәй, бына нимә тине ул:
– Ябайлыҡта бөйөклөк икәне бәхәсһеҙ, үҙең һәр береһе менән бергә ҡайнағанда ғына, ҡул аҫтындағылар менән уртаҡ тел табырға мөмкин. Һәр ваҡыт уларҙың араһында йөрөргә тырышам, былай иткәндә эшселәрҙең хәл-торошона тәрәнерәк төшөнәһең, йәмғиәттәге төрлө мәсьәләләргә бүтән күҙлектән ҡарайһың. Абруйҙы бит екереп, аҡырып-баҡырып яулап булмай.

Хужалыҡтың идаралығы – Шулған ауылында, ә Гәрәбәш менән Ҡашҡаҡта уның бригадалары урынлашҡан, аралары әллә ни йыраҡ түгел. Даими рәүештә 150 кеше (сәсеү һәм ураҡ осоронда уларҙың һаны 200-ҙән аша) эшләгән йәмғиәт үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса махсуслашҡан.

Вәсил Фәтихйән улының һүҙҙәренә ҡарағанда, “500 ферма” программаһына инеү күҙ алдына ла килтерә алмаған уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән. Алты мал базаһы тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған, заманса өс һөт блогы төҙөлгән, шулай уҡ өс силос һәм сенаж соҡоро ҡаҙылған. “Крупская” хужалығында дүрт мең ярым тирәһе һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 700-ө һауын һыйыры. Һөрөнтө ерҙәре – 6 мең 600 гектар. Иген культураларының гектар ҡеүәте 20 центнер тәшкил иткән. Әле ерҙе туңға һөрөү дауам итә. Быйыл һуңғы ун йылда булмаған хәл теркәлгән – 65 мең тонна тулайым иген йыйып алғандар.

Вәсил Бәҙертдинов белдереүенсә, ниндәй ҙә ауылды мәктәп, клуб һәм хужалыҡ йәшәтә, улар бөтһә, киләсәк тураһында һөйләүҙән ни фәтүә?! Кешеләрҙең бер-береһенә теләктәш булыуы, тырышып донъя көтөүе – уның өсөн ҙур һөйөнөс. Йәштәрҙең ер эшен яратыуы шулай уҡ киләһе көндәргә өмөт уята. Әйткәндәй, комбайнсы Илшат Ғарипов, зоотехник Тимур Бәҙертдинов, быҙау ҡараусы Венера Заһитова, механизатор Айгиз Әхмәтханов, инженер Динир Бәҙертдинов, һауынсы Рушания Сәлимова ише йәш егет-ҡыҙҙар барҙа тау аҡтарырға мөмкин.

Нуғай баҫыуы 135 гектарға йәйелгән, унда эште тамамлауға инде Гәрәй йылғаһы аръяғындағыһына күсәсәктәр. “Крупская”ларҙың эшенең ыңғай барыуының сере ябай ғына – хужалыҡта һәр кем үҙенең бурысына яуаплы ҡарай.


Вернуться назад