10 окябрҙә ВДНХ-ла асылған “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе илдең генә түгел, сит төбәктәрҙән дә ауыл хужалығы белгестәрен тупланы. Тәүге көндә күргәҙмәнең операторы “Ротекс” компанияһы һәм Карелия Республикаһының Ауыл һәм балыҡ хужалығы министрлығы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Башҡортостандан сарала Ауыл хужалығы министрлығы, Агросәнәғәт комплексы предприятиеларын йүнәтеү-тәьмин итеү ассоцияацияһы, "БАШСЕЛЬХОЗТЕХНИКА", "ЦЕНТРАЛЬНАЯ" предприятиелары, "ЗАУРАЛЬЕ АГРО" йәмғиәте, республиканың ветеринария идаралығы ҡатнаша. Ентекләберәк гәзитебеҙҙең киләһе һандарында.