“Беҙҙең ауыл” проектына йомғаҡ яһалды11.10.2018
Республикала “Беҙҙең ауыл – 2018” муниципаль проектына йомғаҡ яһалды.

Алты районда еңеүсе 40 проект тормошҡа ашырылды. Уларға район ҡаҙнаһынан – 6,6 миллион һум, ауыл биләмәләренән – 1,3 миллион һум аҡса бүленде, 1,6 миллион һумды халыҡ үҙе йыйҙы, 1 миллион 144 мең һумды бағыусылар тапшырҙы.

Ҡалтасы, Миәкә, Илеш, Борай һәм Баҡалы райондарында конкурсҡа барлыҡ ауылдар йәлеп ителһә, Әлшәйҙә иһә бер ауыл биләмәһе ҡатнашты. Йыйылған аҡса юл һалыуға, мәҙәниәт йорттарын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, зыяраттарҙы, һәйкәлдәрҙе, биналарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелде.


Вернуться назад