“Татлы тамыр” йыялар10.10.2018
Райондарҙа сөгөлдөр уңышын йыйыу осоро бара.

Бүздәк районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 8 октябргә райондың 4465 гектарында “татлы тамыр” йыйып алынған. Был сөгөлдөр сәселгән дөйөм майҙандың 71 процентын тәшкил итә.

Тулайым уңыш 145 268 тоннанан артып киткән, яландарҙан 125 906 тонна сөгөлдөр йыйылған. Район буйынса уртаса уңыш ҡеүәте – гектарынан 325 центнер.

Иң юғары уңыш күрһәткесе – “Нерал-Бүздәк” ауыл хужалығы предприятиеһында: гектарынан 395 центнер. 84 гектар сөгөлдөр фермерҙар өлөшөнә тура килә.

Республика буйынса сөгөлдөр баҫыуҙары 45626 гектар тәшкил итә, әле ошо майҙандың яртыһынан ашыуында “татлы тамыр” йыйып алынған. Уртса уңыш күрһәткесе гектарынан 290 центнерға тиң.


Вернуться назад