Иң юғары эш хаҡы ҡайҙа?09.10.2018
Рәсәйҙә иң юғары һәм иң түбән хеҙмәт хаҡы теркәлгән ҡалаларҙы билдәләнеләр. Иң ҙур эш хаҡы Мәскәүҙә, Салехардта, Сорғотта, Ханты-Манси округында һәм Көньяҡ Сахалинда теркәлгән.

Эксперттар әйтеүенсә, Рәсәй төбәктәрендә эш хаҡындағы айырма күптән билдәле проблема, шуға күрә рейтингты төҙөгәндә илебеҙҙең иң ҙур йөҙ ҡалаһындағы уртаса эш хаҡы менән стандарт ҡулланыу йыйылмаһы хаҡы араһындағы нисбәт иҫәпкә алынған.

Лидерҙар менән аутсайдерҙарҙың уртаса эш хаҡы кимәле яҡынса 2,7 тапҡырға айырыла.



Вернуться назад