Аграрийҙарға ярҙамға — 3 миллиард һум08.10.2018
“Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы 1 октябргә ҡарата республика аграрийҙарына миҙгел эштәрен башҡарыуға 3 миллиард һум самаһы аҡса бүлде. Рәсәй агросәнәғәт комплексын ташламалы кредитлауҙың дәүләт программаһында төп ҡатнашыусыларҙың береһе булған банк урындағы аграрийҙарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә, йыллыҡ ставға 5 проценттан юғары булмаған күләмдә кредит бирә. Мәҫәлән, быйыл туғыҙ ай эсендә бүленгән льготалы аҡса күләме 2,1 миллиард һум тәшкил иткән. Кредиттың төп өлөшө ауыл хужалығы техникаһы, яғыулыҡ-майлау материалдары, мал аҙығы һатып алыуға йүнәлтелгән.

— “Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы республика агросәнәғәт комплексына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтә, шул иҫәптән миҙгелдә баҫыу эштәрен башҡарыуға аҡса бүлә. Әле республиканың күп кенә райондары ураҡ кампанияһын тамамлай. Беҙ ошо эштең мөһимлеген аңлайбыҙ һәм аграрийҙарҙың көнүҙәк маҡсаттарына байтаҡ аҡса йүнәлтәбеҙ, — тине банктың Башҡортостан филиалы директоры Алексей Самсонов.

“Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙәге агросәнәғәт комплексын хеҙмәтләндереүсе милли кредит-финанс системаһы нигеҙе. Банк 2000 йылда ойошторолған. Бөгөн ул илдәге агросәнәғәт коплексының төп кредиторын тәшкил итә, активтар һәм капиталь күләме буйынса илдәге иң ҙур һәм тотороҡло банктар, ышаныслылыҡ рейтингы алдынғылары иҫәбенә инә.


Вернуться назад