Хаҡтар ни хаҡ?08.10.2018
Республика статистиктары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тураһында белдерҙе. Ҡайһы бер продукттар ҡиммәтләнгән, бәғзеләре бер аҙна эсендә арзанайған. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә тары ярмаһына хаҡ бигерәк тә үҫкән. Хәҙер уның бер килограмы уртаса 46 һумға төшә. Бер аҙна эсендә был ярмаға хаҡ 3,9 процентҡа күтәрелгән. Йомортҡаға хаҡ 2,9 процентҡа артҡан. Хәҙер бер тиҫтә йомортҡа 48 һумдан ашыуға төшә. Өсөнсө урында — 1,9 процентҡа ҡиммәтләнгән аҡ күсәнле кәбеҫтә. Был йәшелсәнең килограмы төбәктә 19 һумдан ҡиммәтерәк тора.

Хаҡ артҡан аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ тауыҡ ите, он, пастеризацияланған һөт, көнбағыш майы, дөгө, һарыҡ һәм һыйыр ите, туҡмас ингән.

Уларға хаҡтың аҙналыҡ артымы 0,3—1,6 процент тәшкил итә.

Арзанайғандар исемлегенә кишер менән картуф эләккән. Уларҙың килограмы уртаса 21 һәм 17 һум тәшкил итә. Өсөнсө урында — алма. Хәҙер республикала алманың бер килограмы уртаса 78 һумға төшә. Арзанайған ризыҡтар иҫәбенә шулай уҡ туңдырылған балыҡ, тоҙ, һуған, сусҡа ите, аҡ май, шәкәр, сыр, стерилләнгән һөт, ҡарабойҙай ярмаһы, сәй һәм икмәк инә. Уларға хаҡ 0,02—1,2 процентҡа түбәнәйгән.


Вернуться назад