Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә «Һанлы ауыл хужалығы» милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ғилми һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре, мәғлүмәти технологиялар буйынса белгестәр ҡатнашты. Видеоконференция режимында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Агросәнәғәт комплексының һанлы үҫеше һәм дәүләт мәғлүмәт ресурстары менән идара итеү департаменты директоры Ирина Ғәниева сығыш яһаны.
Кәңәшмә барышында агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың пилот төбәк сифатында ҡатнашыу перспективалары, республиканың ауыл хужалығына заманса технологиялар индереү буйынса пландар, тейешле инфраструктура булдырыу, кадрҙар тәьминәте, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларында индерелеүе мөмкин һанлы технологиялар миҫалдары тураһында был өлкәлә эшләүсе компаниялар вәкилдәре һөйләне.
- Тармаҡтың уңышлы үҫеше өсөн был һорауҙарҙың мөһимлеге көндән-көн арта. Ысынында һүҙ бөтөнләй яңы алымдар, ауыл хужалығы етештереү технологиялары, ауыл иҡтисадының икенсе төҙөлөшө, тотош ауыл тормошо хаҡында бара, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. — Яңы технологиялар бөгөн уҡ ерҙе һөҙөмтәле файҙаланырға, сығымдарҙы кәметергә, агросәнәғәт комплексында заманса идара итеү системаһы төҙөргә һәм, иң мөһиме, хеҙмәт етештереүсәнлеген күп тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. Беҙ оло юл башында. Ошо йүнәлештә эшләмәй беҙ конкуренцияға һәләтле була алмайбыҙ.