Хужаның уңғанлығы тупһаһынан күренә, тиҙәр. Ҡуғанаҡбаш ауылына терәлеп торған һөтсөлөк фермаһына яҡынлашҡанда, алда матур күренеш асылды: мал ихатаһында өмә бара ине. Кемеһелер – көрәк, кемдер һепертке тотҡан. Тәртип, таҙалыҡ булдырыуға иртән үк тотонғандар, инде эште тамамларға йөрөйҙәр икән. Малсыларҙың кәйефе шәп. Тиҙҙән улар төшкө ашҡа ҡайтыша башланы. Шул арала кооператив рәйесе Хантимер Тимерхан улы ла күренде.
– Һаумыһығыҙ, һеҙҙә бөгөн өмә икән.
– Эйе, йыл да, мал көтөүгә сыҡҡас, ферманы тәртипкә килтерәбеҙ, таҙартабыҙ. Шунһыҙ булмай, барыһы ла – үҙебеҙ өсөн.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесенең дә кәйефе күтәренке. Шулай булмай ни: егәрле коллектив менән етәкселек итә, малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә билдәле уңыштары бар, районда иң алдынғылар иҫәбендә.
Юл ыңғайы идараға һуғылдыҡ. Уның янында урынлашҡан машина-трактор оҫтаханаһында ла тәртип. Өйҙәр тапҡырында ватыҡ комбайн йә трактор күрмәнек, бар техника МТМ-ла һаҡлана.
Барған еребеҙ алыҫ булмай сыҡты, хатта ауыл күренеп тора. Төньяҡ-көнсығыштан ҡыуаҡлыҡҡа ышыҡланған баҫыуҙа өс ҡеүәтле трактор йөрөй. Бойҙай сәсәләр. Бына бер агрегат беҙгә яҡынлашты. Ике яҡлап сәскестәре лә күренә. Мотор тауышы нығыраҡ ишетелә башланы. Һәм, ниһайәт, трактор баҫыу ситенә үк етеп боролдо. Тракторсы “тимер ат”ты һүндермәй генә кабинанан төштө лә беҙҙең яҡҡа ыңғайланы. Ошо арала агрегат янына машина килеп, унан егеттәр сәскестәргә орлоҡ бушата башланы.
– Беҙҙең данлыҡлы механизаторыбыҙ Ришат Йәмилев була,– тип таныштырҙы кооператив рәйесе. – Үҙ эшенең оҫтаһы. Былтыр уға Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде.
Ришат Ринат улы өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә. Атаһынан һөнәри һәләт кенә түгел, тырышлыҡ, бөтмөрлөк, егәрлелек тә күскән. Уҙған йыл “Дон-1500” комбайнында 27 мең центнер иген һуғып алыуға өлгәшкән. Улы Ленарға ла техника “ене” ҡағылған, отпускыһында атаһын ял иттерә, тинеләр.
Бына Ришат Йәмилев еңел генә трактор кабинаһына инеп ултырҙы, сәсеүселәр ҙә үҙ урындарына баҫты. Һәм, орлоҡтарҙы тупраҡҡа тигеҙ итеп күмдереп, агрегат тағы алға ынтылды.
– Был баҫыуҙы Йәмилев тракторсылар Айнур Юнысов, Әлфир Моратовтар менән бергә сәсеүгә әҙерләне, – тине Хантимер Тимерхан улы, егеттәр ҡуҙғалып киткәс.
Алдынғы хужалыҡ рәйесенән ерҙең уңдырышлылығы, эш хаҡы түләү, пайсылар менән иҫәпләшеү тураһында ла һораштыҡ. Пайсыларға дивиденд рәүешендә 3-әр центнер ашлыҡ, пресланған бесән, бушлай һалам бирелгән. Кооператив ағзаларына хеҙмәт хаҡын аҡсалата ла, продукция менән дә түләйҙәр
Фаил Ҡылысбаев
Стәрлебаш районы.