Хеҙмәт уңышы нигеҙе — эшселәргә иғтибарҙа.
Шишмә районына яҡынлашҡан һайын шәкәр сөгөлдөрө тейәгән йөк машиналарының күбәйеүенә иғтибар итәһең. Был аңлашыла: әле төбәктә “татлы тамыр” урағының ҡыҙған мәле. Ҡеүәтле техника ярҙамында мул уңыш Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтарына оҙатыла.
— Быйыл баҫыуҙар мул уңышы менән һөйөндөрә, тәбиғәт тә, ер кешеһенең хеҙмәтен баһалап, ваҡытында ямғыры менән ҡыуандырҙы, ҡояшлы көндәрен дә йәлләмәне, — ти “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар предприятиеһының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалының Шишмә бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илгиз Ишмаев.
Бөгөн йәмғиәт эшсәндәре 600-гә яҡын гектарҙа үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрө баҫыуынан көн һайын бер мең тоннаға яҡын “татлы тамыр” ҡаҙып ала. Уңышы ла яҡшы: гектар ҡеүәте 300-320 центнер тәшкил итә. Хужалыҡтың 6 мең гектар ере бар.
Техниканың заманса һәм төҙөк булыуы эштәрҙе бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән техника паркы бында бай, уны һатып алыуға күпләп аҡса тотоналар.
— Әле ике агрегат эшләй, өйөп һалынған сөгөлдөр яланда оҙаҡ ятмай, уны заводҡа ташыйбыҙ. Ямғырҙар ғына ҡайһы саҡ ҡамасаулай, әммә уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн был сәбәп түгел. Ҡыҫҡа ваҡытта “татлы тамыр”ҙы ҡаҙып алып, заводтарға илтеү — бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, — ти Илгиз Рәдиф улы.
Егеттәр күпме көс, тир, аҡса түгеп үҫтерелгән уңышты баҫыуҙа ҡалдырмау маҡсатында иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр яланда хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ә бында эшләгән кешенең хеҙмәтен баһалай беләләр. Дүрт тапҡыр ашатыу ҡаралған, ситтән килеп эшләгәндәргә дөйөм ятаҡ бар, көн һайын мунса яғалар. “Тик тырышһындар ғына, былай иғтибарҙан айырмайбыҙ егеттәрҙе”, — ти етәкселек.
Бүлексәлә быйыл “татлы тамыр” ғына түгел, башҡа культуралар ҙа мул уңышы менән һөйөндөргән. Әле ауыл эшсәндәренә көнбағышты урыуҙы башҡарып сығыу бурысы тора, майлы культура 500 гектарҙа үҫтерелгән. Юғалтыуҙарһыҙ йыйып алғанда, ул “татлы тамыр” кеүек үк мул уңыш вәғәҙә итә. Был йәһәттән көнбағыш урыу техникаһы ла, келәттәр ҙә күптән әҙер. Бынан тыш, ауыл эшсәндәре силос өсөн 200 гектарҙа үҫтерелгән кукурузды йыйып, 60 гектар майҙандағыһын киләһе уңышҡа орлоҡҡа һалыу маҡсаты менән йәшәй.
Хужалыҡта малсылыҡ тармағы ла ҡышҡы осорға тулыһынса әҙер, ферма биналары төҙөкләндерелгән, мал аҙығы наҡыҫ булмаясаҡ. Етәкселек белдереүенсә, бөгөн-иртәгә ҡар яуа ҡалһа, хужалыҡтағы бер мең баш һыйыр малы өсөн борсолаһы түгел. 500 һауын һыйыры ла сифатлы һөтө менән ҡыуандыра, әҙер аҡты Бәләбәй һөт заводына оҙаталар.
— Шөкөр, эшебеҙ бар, хеҙмәтебеҙҙе күрә беләләр. Иң мөһиме — һаулыҡ, илдә тыныслыҡ булһын, — ти ауыл эшсәндәре.